Китап алырға килегеҙ

Әлеге мәлдә Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының "Йәшлек" район мәҙәниәт һарайында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең китап һатыу йәрминкәһе бара.

Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған, үҙенең баҫмалары менән аң-белемгә әйҙәгән, уйлы һәм мәғлүмәтле булырға саҡырған, изгелеккә һәм Тыуған илде, тәбиғәтте яратырға өндәгән нәшриәттә донъя күргән зауыҡлы биҙәлеше, йөкмәткеһе күп төрлө йүнәлешле булыуы менән үҙенә тартып торған китаптар һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Рәхим итегеҙ!!!
20.08.2021

Возврат к списку