Китап бүләк итеү сараһы

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Башҡортостандың Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай шәхси китапханаһындағы китаптарын Милли китапхана фондына бүләк итте.

Был сараға китапҡа, баҫма әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы булған замандаштар йыйылды.

Ҡәҙим Әбделғәлим улы һирәк осраған, шулай уҡ үҙе өсөн айырыуса ҡәҙерле булған баҫмаларҙы китапхана фондына тапшырҙы. Китапханаға килеүсе әҙәбиәт һөйөүселәрҙең дә улар менән танышыу мөмкинлеге булһын, тигән маҡсатты күҙ уңында тотҡан билдәле шағир.

Сарала ҡатнашыусылар Ҡәҙим Аралбайҙың ғүмер буйы туплаған, күҙ ҡараһылай һаҡлап тотҡан ҡулъяҙма-китаптарын, Мостай Кәримдең, Рәми Ғариповтың ҡултамғалы китаптарын күреү, һәр ҡомартҡыға эйә булыу тарихын, шуға бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ишетеү бәхетенә эйә булды. Ярты быуаттан ашыу арауыҡта донъя күргән баҫмаларҙың иң-иңдәренең бер өлөшө менән таныштырҙы халыҡ шағиры.

Шәхси китапханаһындағы тәүге китапты 1963 йылдың авгусында Хәйбулла районының район үҙәгендә һатып алыуы хаҡында мәғлүмәте лә килгән ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы булды. Сөнки шул китаптың авторы яҙыусы Назар Нәжми менән артабан булған осрашыуҙарға, аралашыуҙарға барып тоташа ине был ваҡиға.

И. Йосопова.
23.11.2022

Возврат к списку