Китап күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

  Әлеге мәлдә баш ҡалабыҙҙың Матбуғат йорто бинаһы алдында "Матбуғатҡа яҙылыу көнө" әүҙем башланып китте. Республика баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылып, конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоу ҡаралған.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте китап күргәҙмәһе менән ошо сарала ҡатнаша. Унда башҡорт телендә нәшер ителгән әҙәби һәм башҡа күп төрлө баҫмалар һатыуға сығарылды. Сара йәнле һәм күңелле бара. Яратҡан баҫмаларҙы алырға, нәшриәттә күптән түгел донъя күргән яңы китаптар менән танышырға теләүсе барлыҡ китап уҡыусыларҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ!
10.06.2021

Возврат к списку