"Китап" нәшриәте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте бер быуатлыҡ тарихы булған республикабыҙҙың иң ҙур нәшриәте. Бында мәктәптәр, балалар баҡсалары, юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, тыуған яғыбыҙҙың гүзәллеген, унда йәшәгән күп милләтле халыҡтың тормошон сағылдырған, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен, бай тарихыбыҙҙы, милли үҙенсәлектәрҙе, бөйөк шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеген, һәр замандың ысынбарлығын яҡтыртҡан документаль һәм әҙәби әҫәрҙәр, нескә, хисле, рухлы һәм хыялдар тулы шиғриәт, тәтелдәп торған, йылмайып-көлөп баҡҡан сағыу һүрәтле балалар китаптары, һоҡланғыс бүләк-баҫмалар һ.б. донъя күрә.

"Китап" нәшриәте һәр осорҙа ла төплө һәм бай йөкмәткеле китаптары булыуы менән данлыҡлы. Бөйөк яҙыусыбыҙ - Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева исемен йөрөтөүе уның мәртәбәлелеген тағы ла арттыра.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә эшһөйәр, китаптың ни тиклем ҡиммәтле хазина икәненә инанған белемле, тырыш һәм сабыр хеҙмәткәрҙәр эшләй. Күпселек бында үҙенең бар ғүмерен һалған. Улар, билдәле һәм үҙ ижад юлын яңы башлап торған авторҙарыбыҙҙың ижадын әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә ятыр тулҡындарҙа алып барып еткереү өҫтөндә бар ихласлығын һалып, бер нисә тиҫтә йылдар хеҙмәт итә. Һис нәмәгә ҡарамай, икеләнеүһеҙ көн тимәй, төн тимәй диҡҡәт менән тырышып эшләй.

Дуҫтар!
Беҙҙең яңылыҡтар тураһында ДӨРӨҪ  мәғлүмәтте ваҡытында белергә һәм дуҫлыҡ ептәрен нығытырға теләһәгеҙ, www.kitap-ufa.ru рәсми сайтыбыҙға, бәйләнештә селтәрендә https://vk.com/club42694841 һәм https://t.me/ZBiishevaKitapUfa Telegram-каналына мөрәжәғәт итегеҙ. Бары тик бында ғына "Китап" нәшриәтенең яңылыҡтары тулы һәм аныҡ яҡтыртыла бара. Беҙҙең баҫма продукция хаҡында һорауҙарығыҙ тыуһа, тура мөрәжәғәт итегеҙ.
Беҙ һеҙҙең менән!!!
22.06.2022

Возврат к списку