Китаптар иленә сәйәхәт

  Ниһайәт, уҡыусыларҙың түҙемһеҙлек менән көтөп алған, иң яратҡан мәле – йәйге каникулдар етте! Был йәй уларға тик шатлыҡ-ҡыуаныстар, матур һәм күңелле ялдар, онотолмаҫ тәьҫораттар ғына бүләк итһен!

Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, теүәл бер йыл элек иғлан иткән #балаларға_каникулда рубрикаһын дауам итеп, нәшриәтебеҙҙә донъя күргән балалар өсөн баҫмаларҙы тәҡдим итәбеҙ (фотоһүрәттә). Кескәй дуҫтарыбыҙ араһында китап уҡырға яратыусыларҙың бихисап булыуын  яҡшы беләбеҙ.

  Бөгөн тәҡдим итәсәк китаптарыбыҙ башланғыс кластарҙа уҡыусы һәм мәктәпкә барасаҡ кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн булыр. Уларҙы үҙ аллы, шулай уҡ ял минуттарында яҡындарығыҙ менән уҡырға мөмкин. Тап шундай минуттар – бергәләп китап уҡыуҙар һәм фекер алышыуҙар ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуы, ата-әсә һәм балаларҙы берләштереүе беребеҙгә лә сер түгел.

  Был китаптар аша бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтырбыҙ, Тыуған илебеҙ, еребеҙ тәбиғәте, уның серҙәренә яҡынданыраҡ төшөнөрбөҙ. Хисле шиғырҙар, матур хикәйәләр ҡыҙыҡлы әкиәттәр һәм сәхнә әҫәрҙәре тик һеҙҙең өсөн, хөрмәтле балалар һәм ата-әсәләр!
02.06.2021

Возврат к списку