Китаптың исем туйы

  Мәғлүм булыуынса,былтыр декабрь аҙағында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә Рауил Бикбаевтың "Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады" исемле китабы донъя күрҙе.

  Кисә,  2 февраль көнө, З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала китаптың исем туйы үтте.Сарала учреждение директоры Юлдаш Зиннуров, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағирҙың тормош иптәше Фәриҙә Бикбаева, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары,билдәле шағирә һәм журналистар Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, zoom онлайн платформаһы аша республикабыҙҙың китапхана хеҙмәткәрҙәре, Ырымбурҙан вәкилдәр ҡатнашты.

  Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев үҙенең сығышында Рауил Бикбаевтың һуңғы көнөнә тиклем шағир тормошо, ижады менән йәшәүен телгә алды. Был һүҙҙәрҙе  Фәриҙә Бикбаева ла ҡеүәтләне.

  "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева үҙ сығышында 2020 йылдың апрель айында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы китап нәшерләү комиссияһының ултырышында, нәшриәттә донъя күргән әҫәрҙәргә ҡушып, уларҙың авторҙарының тормошон, ижадын анализлаусы китаптар, хеҙмәттәр булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, тигән тәҡдим булыуын һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, ҡуш ҡуллап ҡабул итеүен телгә алды. Барлыҡ ижади команда ныҡлап эшкә тотондо һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Шәйехзада Бабич менән Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлдары хаҡында китаптар сериялап донъя күреүен, был ике баҫма менән туҡталмай, ағымдағы йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа арналған йыйынтыҡ өҫтөндә эшләүҙе әйтеп үтте.
-Ундай хеҙмәттәр беҙҙә етерлек. Был серия юғалып ҡалмаһын, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, – тип белдерҙе нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы.

  Зәки Арыҫлан улы билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар һәм китап туйҙары артабан да дауам итәсәк.
03.02.2021

Возврат к списку