Китаптың исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте "Гастротур" ысын башҡорт аш-һыу рестораны менән берлектә Индүсә Арыҫланованың "Гәрәбәләй осҡон һипкән кәрәҙҙәр" тип аталған китабының исем туйын үткәрҙе. Сараға Башҡортостан Юлдаш телевидениеһынан, "Юлдаш" һәм "Ашҡаҙар" радиоһынан вәкилдәр килде.

Китаптың донъя күреүен тәбрикләргә килеүселәрҙе популяр йырсы Зилә Усманова етәкләгән урман хужалығы техникумы студенттарынан торған ҡурайсылар ансамбле сәләмләп ҡаршы алды.

Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева китаптың исем туйын асты һәм Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәни мираҫын һаҡлау йылына ҡарата нәшер ителгән китаптарҙың әһәмиәте һәм ул баҫмаларҙы уҡыусыға еткереүҙә үҙ өлөшөн индергән авторҙар һәм нәшерселәрҙең баһалап бөткөһөҙ эше тураһында әйтеп үтте.

"Гәрәбәләй осҡон һипкән кәрәҙҙәр" исемле китаптың авторы Индүсә Әмир ҡыҙы Арыҫланова китапты баҫтырыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе һәм ошо китап-альбомды туплау һәм баҫтырыуға илткән юлы тураһында, шулай уҡ балдың аш-һыу әҙерләүҙә ни ҡәҙәре кәрәкле һәм файҙалы булыуын һөйләп бирҙе.

Китапҡа баш һүҙ яҙған тарих фәндәре докторы Айгөл Хәбибуллина Индүсә Арыҫланованың баҫмаға әҙерләнгән ҡулъяҙмаһы менән тәүгеләрҙән танышҡан уҡыусы булараҡ, үҙенең таьҫораттары менән уртаҡлашты.

Баҫманың мөхәррире Алина Ғәлимова уны нәшерләүгә әҙерләгән саҡта үҙе өсөн яңылыҡ булып ҡабул ителгән мәғлүмәттәр һәм автор менән эш барышында нимәләргә иғтибар иткәне менән таныштырҙы.

Баҫманы художестволы яҡтан биҙәгән, уны фотолар һәм балдың матурлығын асып бирерлек һүрәттәр менән байытҡан нәшриәттең рәссамы Зилә Кәримова ла Индүсә Арыҫланова менән эшләгән саҡта булған шатлыҡлы мәлдәре менән уртаҡлашты.

Индүсә Әмир ҡыҙы ла һәр сыҡҡан китабына нисек ҡыуаныуын һәм уларҙың уҡыусылар, айырып әйткәндә ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан һорау менән файҙаланылыуын һөйләне. Уның бер генә китабын булһа ла ҡулына алған хужабикә өсөн Индүсә Әмир ҡыҙының башҡа баҫмалары ла ҡәҙерле бүләк.

Авторҙың уҡыусыһы, уның юлынан барған Инсиә Бәҙретдинова уҡытыусыһының тырыш хеҙмәте, был китаптың күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһендә яҡшы баҫма булып донъя күреүе тураһында һөйләне.

Иглин районынан килгән Әфғәт Латип улы Хәлитов нәҫеленән килгән шөғөл - бал ҡорттары үрсетеү менән шөғөлләнә. Бөтә ғаиләһе менән бал ҡорттарын яратыуҙары һәм эшсән булыуҙары күренеп тора. Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарылған Агро-Русь йәрминкәһенең XXVI күргәҙмәһендә Гран-приға лайыҡ булған. Ҡортсо балдың файҙаһы, бал ҡортоноң кеше тормошонда, үҙенең ғаиләһе өсөн әһәмиәтле булыуы хаҡында бәйән итте.

Сараның һуңында Индүсә Арыҫланованан автограф алыу һәм авторҙың үҙ рецебы буйынса, көтөлмәгәнсә үҙенсәлекле эслек һалып бешерелгән ҡоймаҡтарынан ауыҙ итеү, баллы сәксәкте һәм Иглин районы балын тәмләп ҡарау мөмкинлеге булды.
"Гәрәбәләй осҡон һипкән кәрәҙҙәр" китабының исем туйында ҡатнашҡан һәр кеше саранан автографлы китап,  яҡшы кәйеф һәм файҙалы мәғлүмәт менән ҡайтып китте.
18.03.2022

Возврат к списку