Китаптың исем туйы үтте
Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең Октябрь проспекты, 2-се һанлы йорт адресындағы китап магазинында техник фәндәр кандидаты Айгөл Салауат ҡыҙы Камалиеваның "Башҡорт тамбурлы сигеүенең тылсымы" ("Магия башкирского тамбура") тигән китабының исем туйы үтте. Сарала Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан, "Юлдаш", "Ашҡаҙар" радиоларынан, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ҡул эштәренең аҫыл өлгөләренең береһе - тамбурлы сигеү менән танышыу өсөн Әхмәт Дәүләтов исемендәге һөнәри һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү колледжы студенттары ҡунаҡ булараҡ саҡырылды.
Айгөл Камалиеваның уникаль баҫмаһының исем туйында автор үҙе, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире урынбаҫары Олия Әнәс ҡыҙы Ғиләжетдинова, баҫманы нәшерләүгә әҙерләгән мөхәррир Эльвира Хәйретдинова, шулай уҡ сигеү эштәренең бар йүнәлештәрендә оҫталығы менән танылған Нәфисә Хамзафар ҡыҙы Солтанова һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

14.04.2022