Классик әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн шәп яңылыҡ!

  Күптән түгел нәшриәтебеҙҙә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһының өсөнсө томы - "Емеш" романы донъя күрҙе. Әлбиттә, әҙәбиәткә битараф булмаған уҡыусыларыбыҙ өсөн был бик ҡыуаныслы яңылыҡ! Сөнки, ни тиһәң дә, беҙҙең быуын һәм беҙгә тиклемгеләр бала саҡтан был романдарҙы ҡат-ҡат уҡып үҫкән.

  Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, фәҡирлек һәм байлыҡ, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ - бөтәһе лә трилогияла асыҡ сағыла. Үткән быуат башы, ундағы ябай ауыл халҡының ауыр тормошо, көнкүреше, революция, граждандар һуғышы, колхозлашыу, ауыл халҡының аң-белемгә, уҡыуға ынтылыуы, шулай уҡ иҫкелеккә йәбешеп ятыусы, байҙарҙың аҫтыртын "һуғышы" -  барыһы ла трилогияла урын алған. Әлбиттә, үҙәк урында төп герой - Емеш һәм уның яҡындары, уларҙың тормошо ла яҡшы һүрәтләнә. Бәләкәй генә Емештең ауыр, етемлектә үткән бала сағына, тормоштоң ҡағып-һуғыуҙарына ҡарамаҫтан, һылыу, аҡыллы, үҙ һүҙен, үҙ фекерен ҡыйыу ярып әйтә белгән шәхес булараҡ формалашыуы уҡыусыларҙа бары тик ыңғай тойғолар уята. Трилогияла башҡа ваҡиғалар менән бер рәттән халыҡ ижады өлгөләре лә йәтеш кенә урын алған. Ҡыҫҡаһы, уҡыйһы килеп кенә торған, әҙәбиәтебеҙҙә тәүләп урын алған бик шәп трилогия ул. Романдар менән уҡыусыларыбыҙҙың күптәре таныш, уныһына тамсы ла шигебеҙ юҡ.

Рухи аҙыҡ биреп кенә ҡалмай, уҡыусыһын уйландырырға, тормошҡа ябай күҙлектән ҡарарға һәм һығымталар яһарға өйрәткән әҫәр ул был трилогия. Олоһона ла кесеһенә лә фәһем булырлыҡ "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында"," Емеш"те беҙҙең магазиндарҙа бар, сайт аша заказ менән алдырырға ла мөмкин. Рәхим итегеҙ!
13.10.2021

Возврат к списку