Әлмәт дуҫтарын йыйҙы

  Татарстан республикаһының ҡара алтын төйәге Әлмәттә  ҙур байрам - Ҡала көнө үтте. Сараны Бөтә донъя татар йәштәре форумы Әлмәт муниципаль районы мәҙәниәт идараһы  ярҙамында ойошторҙо. Байрамдың  милли рухын арттырып, үҙәк урамда «Бесән баҙары»("Печән базары)ның кесе форматы — «Печән базары: Әлмәт белән танышу» тигән сара ойошторолдо. Ниндәй генә уйын-конкурстар юҡ бында: балалар өсөн һүрәттәр,төрлө уйындар,ҡул һәм башҡа ижади эштәр башҡарылһа, ҡала үҙәк мәҙәниәт һарайы алдында матур концерт булды, шунда уҡ йәрминкә баҙары гөрләп торҙо. Башҡа продукциялар менән бер рәттән, китап нәшриәттәре һәм магазиндары өсөн дә урын бүленгәйне.

  Был сараға, әлбиттә, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте лә саҡырылғайны. Билдәләнгән урынға баҫмаларҙы теҙеүебеҙ булды, халыҡ шунда уҡ йыйыла  башланы. Бигерәк тә нәшриәттә сыҡҡан татар яҙыусыларының  сәсмә әҫәрҙәре, балалар баҫмалары,тарихи китаптар ҙур һорау менән һатып алынды. Байрамдың ҡалған өлөшө  менән иртәгә таныштырырбыҙ.
05.09.2020

Возврат к списку