Мәңге хәтерҙә

Бөгөн күп әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратҡан авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусиндың тыуған көнө. Ноғман Мусин халҡыбыҙ хәтерендә тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеген үҙ әҫәрҙәре аша уҡыусыһына бар тәрәнлегендә еткергән оло шәхес булып һаҡланыр... Ноғман Мусин ижады - башҡорт халҡы өсөн иң мөһим булған мәсьәләләрҙе асып һала. Халҡының тарихын яҡшы белгән, аңлаған кеше уның киләсәге өсөн файҙалы эштәр эшләренә өмөт ҙур. Авторҙың әҫәрҙәрен уҡыу был йәһәттән нигеҙ ташы булып тора.

Үҙ китабына автограф ҡуйғанда ул: "Алдар батыр кеүек илһөйәр йән булығыҙ!" - тип яҙған ине...
17.07.2022

Возврат к списку