"Мәңгелек урман" китабы донъя күрҙе

"...- Ҡурай?
- Әү?
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда үҫтем.
- Кем ҡырҡты?
- Оҫта ҡырҡты.
- Нишләргә?
- Уйнарға..."

Был юлдар ҡайһы әҫәрҙән алынғаны күп кенә уҡыусыларыбыҙға таныш, шулай бит?
Ошо көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә халыҡ яҙыусыһы, китап уҡырға яратҡан дуҫтарыбыҙҙың бала саҡта мауығып уҡып үҫкән күп кенә сәсмә әҫәрҙәр авторы Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" исемле баҫмаһы донъя күрҙе. Исеменән үк күренеп тороуынса, әҫәрҙә  ер, тәбиғәт, урман, ябай ауыл тормошо, XIX быуат аҙағы - XX быуат башындағы хәл-ваҡиғалар, башҡорт ерҙәренең, урмандарының урыҫ баярҙары тарафынан таланыуы, осһоҙ хаҡҡа алыныуы, халыҡтың  алданыуы, таланыуы - барыһы ла асыҡ һүрәтләнә. Шулай уҡ ябай халыҡтың көнитмеше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, һәм, әлбиттә, мөхәббәт темаһы ла төп урынды биләй.

Роман шундай ябай, матур тел менән яҙылған. Мауыҡтырғыс урындары менән уҡыусыны тулыһынса үҙенә алып инә, унда барған хәл-ваҡиғалар араһында үҙең йөрөгәндәй булаһың.

Фәһемле лә, уҡымлы ла был китап нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ kitap-ufa.ru сайты, OZON интернет- магазины аша
заказ менән алдырырға ла мөмкин.
05.11.2021

Возврат к списку