Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 180 йыл

Талантлы ғалим-энциклопедист, башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, филолог, тарихсы, этнограф, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, публицист һәм тәржемәсе Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаевтың тыуыуына 180 йыл.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев беренселəрҙəн булып башҡорт теленең лингвистик терминологияһын төҙөй.

Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына тиклемге осороноң тарихын өйрəнеүгə күп көс һала. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт фәне, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән ғалим.
23.08.2021

Возврат к списку