Мәктәп балалары өсөн матур баҫма

Өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн һөйөнөслө яңылыҡ: Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә балалар өсөн матур хикәйәләре, әкиәттәре һәм шиғырҙары менән ваҡытлы матбуғат аша таныш ҡәләм оҫтаһы Зөһрә Бәшәрованың "Салауат күпере" тип аталған китабы донъя күрҙе. Был баҫмаға авторҙың "Ат ҡарағы" исемле повесы, хикәйәләре, әкиәттәре һәм "Миҙал хаҡы" пьесаһы индерелде.

Әҫәрҙәре уҡыуға еңел булыуы, тел байлығы менән күңелгә ятышлы.
"Салауат күпере" әкиәтенән өҙөк быны иҫбатлай.

"...Ямғырҙан һуң тылсымлы күк юлы күренә. Балалар: "Ур-ра, Салауат күпере ҡалҡты!" - тип ҡыуана. Ерҙе сафландырып, йәшәртеп яуып уҙған ямғырҙан һуң төрлө төҫтәрҙә балҡып күтәрелгән күпер аша Салауат батыр тыуған Башҡортостанының йәшәйешен, үҫешен, сәскә атыуын күреп кинәнә, иленә яҡты киләсәк теләп, уның һағында әле лә тора, ти..."

Был баҫма өлкәндәр тарафынан да йылы ҡабул ителер.
06.08.2021

Возврат к списку