Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы

  Урамда 21  быуат – мәғлүмәт һәм технологияларҙың ҙур тиҙлектә үҫешкән мәле. Телефон һәм башҡа гаджеттарҙы аралашыу сараһы  булараҡ ҡына түгел, барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте алыу маҡсатында ла көндәлек тормошта ҡулланабыҙ.

  Ә бына үткән быуат халҡы -  олатай-өләсәйҙәребеҙ әлеге гаджеттар булмаған замандарҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, барлыҡ телебеҙ байлыҡтарын  -  ауыҙ-тел ижадын быуаттан- быуатҡа тулыһынса еткерә алған.Улар һүҙгә оҫта, хыялға бай кешеләр тарафынан ҡасандыр ижад ителгән дә башҡалар хәтеренә күсә килгән. Шулай телдән - телгә, быуындан- быуынға күсә торғас, шымара- шымара беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

  Бөгөн шуларҙың береһенә туҡталып китмәксебеҙ, ул да булһа, халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре. Мәҡәл  ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “һүҙ урынында әйтелгән” тигәнде аңлата. Уны икенсе төрлө “ололар һүҙе” йә “тапҡыр һүҙ” тип йөрөтәләр. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тураһында мәғлүмәт менән тулыһынса ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бер нисә телдә  донъя күргән «Тел гәүһәрҙәре» исемле китап аша танышырға мөмкин.

  Төҙөүселәре һәм инеш мәҡәлә авторҙары – Фәнүзә Нәҙершина, Элла Созинова.

  Баҫма бик үҙенсәлекле һәм  ҡыҙыҡлы, уҡыған һайын уҡығы килеп тора. Китаптың авторҙары  халыҡ ижадының был төрөн китапта барлыҡ нескәлектәре, ҡиммәттәре менән тулыһынса еткерә алған,күпме тел байлығы, аҡыл тәрәнлеге ята уларҙа.

  Китапҡа тупланған паремик ижад өлгөләре  ике киҫәктән тора: беренсе киҫәккә – 400-ҙән ашыу  башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре һәм уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренә тәржемәләре, икенсеһенә башҡортса-русса-инглизсә-немецса-французса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр индерелде. Киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнә. Хаҡы 350 һум. Баҫма магазиндарҙа бөгөндән һатыуҙа.
31.08.2020

Возврат к списку