Мәрәкәсенән мәрәкәле хикәйәләр

  Бөгөнгө бөтә донъяны биләгән пандемия мәлендә  барыбыҙ ҙа  йәшәргә тырыша.  Бындай ваҡытта төрлө юмор, мажара-мәрәкәләр көсөргәнештәрҙе бер аҙ сисергә ярҙам итә.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте яҙыусы, уҡытыусы һәм журналист   Камил Фазлыйҙың “Ел осорған ауыл” исемле китабын тәҡдим итә.

  Үҙе уҡытыусы булараҡ, автор мәғариф системаһында осраған  ҡайһы бер етешһеҙ яҡтарҙы  үткер сатира утында өтә, бер үк ваҡытта айырым шәхестәрҙең йомшаҡ сифаттарын үҙенсәлекле шаян юмор менән һүрәтләй. Тормош тәртәһенә һыймаҫтай күренештәрҙе эләктереп, “бүрттереп” тасуирлай ҙа, бай һүрәтләү сараларын  ҡулланып, уҡыусы күңелендә йылмайыу тыуҙыра.

  Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов әйтмешләй, китапҡа ингән әҫәрҙәре  авторҙың үҙе төҫлө йылмайып тора. Уларҙы уҡығас, ирекһеҙҙән, ихлас күңелдән йылмаяһы, хатта көләһе килә.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.

17.12.2020

Возврат к списку