Мәғрифәтсе ҡалдырған йәдкәр

Мәғрифәтсе ҡалдырған йәдкәр

   Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың «Әҫәрҙәр, хеҙмәттәр» китабында (төҙөүсеһе, баш һүҙ авторы Ғ. С. Ҡунафин) мәшһүр башҡорт мәғрифәтсеһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шиғырҙары, публицистик һәм тарихи-этнографик яҙмалары, тәржемәләре, халыҡ ижады өлгөләре тупланды.
    Килтерелгән хеҙмәттәрендә автор үҙе йәшәгән осор үҙенсәлектәренә анализ яһай, башҡорт халҡының милли характер һыҙаттарын асып бирә, 19 быуат башҡорт йәмғиәте тәртиптәрен тасуирлай, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, ижтимағи ҡоролошто камиллаштырыу буйынса төплө тәҡдимдәр килтерә.
    Милли рух, патриотизм сатҡылары бөркөлгән фәлсәфәүи шиғырҙарында, публицистик яҙмаларында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев әле лә көнүҙәк булып ҡала килгән проблемаларҙы күтәреп, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.
    Китапта шулай уҡ фән әһеленең аң-белемгә, әҙәп-әхлаҡҡа өндәгән нәсихәттәре, ул туплаған халыҡ ижады ынйылары урын алды.
    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
13.10.2016

Возврат к списку