Мәскәүҙә

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Мәскәү ҡалаһында әҙәбиәт байрамында ҡатнаша. "Ҡыҙыл майҙан" тип аталған VIII китап фестиваленә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр килде. Баш ҡала ҡунаҡтары һәм ҡаланың үҙендә йәшәүселәр авторҙар менән аралашыуға, яңы китаптар менән танышыуға һыуһап килгән. Беҙҙең баҫма продукцияға ҡыҙыҡһыныу күрһәткән әҙәбиәт һөйөүселәр араһында "Ҡыҙыл майҙан" фестиваленең даими ҡунаҡтары ла бар.
Рәсәй кимәлендәге мәртәбәле сарала беҙ үҙебеҙҙең китаптарҙың йөкмәткеһе лә, сифаты ла юғары баһаға лайыҡ булыуына инандыҡ.
03.06.2022

Возврат к списку