Мөғжизә бар

"...Ыҙалай торғас, юлсылар шуны төшөндө: диңгеҙ батшаһы ҡорбан һорай икән.
- Диңгеҙгә ҡорбан ташламайынса, дауыл туҡтамаясаҡ! - тине ул һәр береһенең күҙенә тишерҙәй ҡарап. - Йә, кем үҙ теләге менән ҡорбан булырға теләй, алға сығығыҙ! - тип ул ҡулы менән ишара яһаны.
- Ниңә үҙең сыҡмайһың? Дауыл тымыр әле! - тип геүләште халыҡ.
- Ярай, улай булһа, йәрәбә һалабыҙ, үпкәләштән булмаһын! - тине ҡарт һәм түбәтәйен алып, кеҫәһенән ноҡот таштарын һала башланы.
- Аҡ таштар араһына бер ҡара ташты һалам. Кемгә шул ҡара таш сыға, шуны диңгеҙгә ырғытабыҙ! - тип ҡарт таштарҙы бутай башланы. Юлсылар бер-бер артлы сайҡала-сайҡала ҡарт янына килеп таш алалар ҙа, йәһәт кенә устарына ҡарай һалалар. Берәүҙәре еңел итеп тын ала, бәғзеләре шатланып ҡулдарын өҫкә күтәрә. Сират Хөснөтдингә етте. Ул да ҡулын һоноп, түбәтәйҙән таш алды. Йәһәт кенә ташҡа ҡарап алды ла, әсенеүле тауыш сығарып, башын түбән эйҙе. Ошо мәл күҙ алдында иң яҡын кешеләренең: ата-әсәһенең, Гөльямалының, туғандарының йөҙҙәре сағылып киткәндәй булды. Карап тирәләй ҡыйылып осҡан аҡсарлаҡтың йөрәк өҙгөс тауышы бәләкәс кенә улының илаған тауышы кеүек ишетелде уға.
Хөснөтдиндең хәлен башҡалар ҙа аңлап, геүләшкән халыҡ бер аҙға тынып ҡалды.
- Йәмәғәт, ҡара таш миңә эләкте. Күрәсәгеңде күрмәй, гүргә инеп булмай, тигәндәр бит боронғолар. Хоҙай ҡушҡанды үтәмәй хәл юҡ. Бер үтенесем бар, -  тип мөрәжәғәт итте ул юлдаштарына: - Мине..."

Зөһрә Фәйзуллинаның "Мөғжизәгә ышаныс" хикәйәһенән өҙөк был юлдар. Күптәргә таныш исем. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар халыҡ араһында онотолмаҫҡа таралды... Авторҙың үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән "Мөғжизәгә ышаныс" исемле йыйынтығы ла  үҙ уҡыусыһын табырына шик юҡ. Был баҫмаға яҙыусының һуңғы йылдарҙа ижад иткән хикәйәләре, пьесалары тупланды.

Китапты беҙҙең магазиндарҙан һәм сайт аша заказ биреп алдырырға була.
23.12.2021

Возврат к списку