Марат Әминевтан «Фатиха» китабы

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәте китап уҡыусыларға Марат Әминевтың көлкөлө күстәнәсе - «Фатиха» исемле юмористик китабын тәҡдим итә.

  Марат Әминевтың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре  һәм иң шәп юморескалары тупланған. Әҙиптең 50 йәшлек юбилейы уңайы менән сығарылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр уҡыусыны берсә уйландырып,  фәһем алырға әйҙәр, берсә ихлас көлдөрөр, күңелен күтәрер.

  Марат Мөхәмәт улының  юмористик хикәйәләренең төп  үҙенсәлеге шунда: уларға мәғәнәле көлөү хас. Был иһә һәр көлкөлө хәлде  кеше көлдөрөү өсөн генә  яҙыу түгел, унан фәһем алыу, һығымта яһау, тигән һүҙ.

  Берсә шаян, берсә фәһемле телле, осло ҡәләмле Марат Әминевтың «Фатиха» һы уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килер.

  Китапты  нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
23.11.2020

Возврат к списку