Марат Әминевтең "Фатиха"һы

Ошо көндәрҙә үҙҙәренең ғүмер байрамдарын билдәләүсе авторҙарыбыҙҙың ижады менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Марат Әминев тә ошо көндәрҙә үҙенең тыуған көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан "Китап нәшриәте яҙыусының көлкөлө күстәнәсе - «Фатиха» исемле юмористик китабын тәҡдим итә.

Марат Әминевтең был баҫмаһына һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм иң ҡыҙыҡлы юморескалары тупланған. Йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр уҡыусыны берсә уйландырыр, фәһем алырға әйҙәр, берсә ихлас көлдөрөр, күңелен күтәрер.

Марат Мөхәмәт улының хикәйәләренең төп үҙенсәлеге шунда: уларға мәғәнәле көлөү хас. Был иһә һәр ҡыҙыҡлы хәлде кеше көлдөрөү өсөн генә яҙыу түгел, унан фәһем алыу, һығымта яһау, тигән һүҙ.

Шаян һәми фәһемле телле, осло ҡәләмле Марат Әминевтең «Фатиха»һы уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килер.

Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
25.10.2021

Возврат к списку