Мауыҡтырғыс хикәйәләр

Иғтибар! Әмир Әминевтең "Хикәйәләр"исемле китабы үҙ уҡыусыһы менән осрашырға ашыға.
Төрлө осорҙа яҙылған хикәйәләр әлеге көндә лә көнүҙәк булған хәлдәрҙе асып бирә.
Уларҙа замандашыбыҙҙың эске донъяһы, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тасуирлана, дөйөм эшкә, милләткә, халыҡҡа, туған телгә, ижадҡа ҡараш мәсьәләләре, шулай уҡ йәшәйешебеҙҙең сәйәси, ижтимағи, социаль проблемалары күтәрелә.
Хикәйәләрҙе уҡығанда ваҡ ҡына деталдәрҙән йыйылған конструктор кеүек, тормоштағы ваҡиғалар, геройҙарҙың кисерештәре бәләкәй генә өлөштәрҙән тотош бер күренеш булып күҙ алдына баҫа. Автор әҫәрҙәрендә уҡыусыһына үҙенең фекерен таҡмай, киҫкен боролоштар, көсөргәнешле һүрәтләүҙәр аша уны уйланырға, һығымта яһарға, фәһем алырға саҡыра.

Кешегә, бер ни тиклем ғүмер иткәс, үҙ тормошона баһа биреү хас. Башта күп һорауҙар тыуа, аң үҫешә. Әгәр ептәре сыбалған тормош юлдарында йәшәү мәғәнәһе тураһында уйҙар тыуа икән, Әмир Әминевтең был ижад емеше тап һеҙҙең өсөн, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар!
31.07.2021

Возврат к списку