Мауыҡтырғыс китаптар донъяһына рәхим итегеҙ!

  Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы күренекле башҡорт яҙыусыһы, әүҙем авторыбыҙ Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” һәм “Күперҙәр” исемле китаптары менән таныштырабыҙ.

  Авторҙың беренсе повесында кеше һәм тәбиғәт араһындағы мәңгелек зарури бәйләнеш, бәғзе әҙәми заттарҙың йыртҡыслығы, ҡырағай януарҙарҙың миһырбанлығы хикәйәләнә. Әҙибәнең халыҡсан, бай теле тасуирлаған сағыу образдары, хәтергә уйылып ҡалырлыҡ ваҡиға күренештәре аша китап уҡыусыға ят һәм таныш бер донъя асыла: оҙон һәм ҡалын, ҡырағай һәм илаһи, ҡанлы һәм йәшле, нәфрәтле һәм мөхәббәтле донъя.

  “Күперҙәр” повесында иһә башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихи яҙмыштарын тоташтырып торған ҡәрҙәшлек, диндәшлек, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт күперҙәре күҙ уңында тотола. Ундағы сағыу образдар күңелдә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.
Мауыҡтырғыс был повестар нәшриәтебеҙ магазиндарында һатыуҙа, сайт аша алдырырға ла мөмкин.
19.11.2021

Возврат к списку