Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр

Был китапты ҡулға алыр алдынан, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, кәңәшебеҙ бар: башта ғаилә ағзаларының тамағын туйҙырып алығыҙ, артабан плитәгеҙҙе һүндереп ҡуйығыҙ һәм берәүгә лә, тиҙ арала хәл итермен, тип вәғәҙә бирмәгеҙ. Сөнки ошо китаптың тәүге битен асһағыҙ, аҙағына тиклем уҡып бөтмәйенсә унан айырыла алмаҫһығыҙ! Иң яҡшыһы - ашығыс эштәрҙе теүәлләп ҡуйып, тыныс урында, аулаҡта иркенләп урынлашып уҡыу. Китаптың һуңғы битенә еткәс кенә ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырһығыҙ.

Яңы авторҙарҙың - Мансур Һиҙиәтов, Риф Йөҙлөкбаев, Радик Әхмәтовтарҙың повестары - бер китап булып донъя күрҙе.

Мансур Һиҙиәтов "Ҡышҡы күкрәү" повесында Металлургия комбинатында эшләгән ябай эшселәрҙең тормошо хаҡында бәйән итә, аҫаба башҡорттарҙың Иҙел башы суйын иретеү заводы менән бәйле ваҡиғаларын да асып бирә.
"Күк юлдары" - үҙенең тыуған ауылы өҫтөнән "Их, ошо ерҙән бөркөт кеүек ҡанаттарҙы кәйелтеп кенә осоп китһәң ине ул!" тип хыялланған ауыл малайының йылдар үткәс, ауылына хөкүмәт ҡушыуы буйынса самолетта ҡайтыуы тураһында мауыҡтырғыс әҫәр.

Риф Йөҙлөкбайҙың "Ләйсән" повесы мөхәббәт дүртмөйөшөнөң көтөлмәгәнсә зыр-зыр әйләнеп, түңәрәк тормошҡа әүерелә барыуынан ғибарәт. Бында ысын кисерештәр, реаль ваҡиғалар, тулҡынландырғыс мәлдәр күп. Әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр менән кешенең бәхеткә ынтылышы, аҡыл һәм хис үҙ-ара көрәшәләр...

Радик Әхмәтовтың "Миллионер Әҙеһәм" исемле повесында йәшәү өсөн көрәш темаһы күтәрелә, ябай ауыл кешеһенең диңгеҙ ярындағы зиннәтле йортта йәшәү осоро - байып китеүе, мажаралы һәм көтөлмәгәнсә ҡыҙыҡлы хәлдәр тасуирлана. Ваҡиғалар тиҙ арала үҙгәреп, бөтөнләй уйламаған яҡҡа борола.

Китап нәшриәт магазинында һатыуҙа. Рәхим итеп алып уҡығыҙ!
29.07.2022

Возврат к списку