Мажаралы хикәйәләр донъяһына рәхим итегеҙ!

Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн нәшриәтебеҙҙә донъя күргән сираттағы  баҫма менән таныштырабыҙ.  Билдәле яҙыусы  Фәнис Янышевтың “Көрмөт һандуғасы” исемле китабы  ул.

Фәнис Фәтих улының был йыйынтығында  башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр тураһындағы  гүзәл тәбиғәтебеҙ тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс әкиәт, хикәйәләре тәҡдим ителә. Мөғжизәгә, серле мажараларға бай  әҫәрҙәр уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.

Әҫәрҙәрҙе рус теленә автор тәржемә иткән.

Баҫманы нәшриәт магазиндарынан, шулай уҡ сайт аша алдырырға мөмкин.
29.11.2021

Возврат к списку