Мажаралы, мауыҡтырғыс баҫма

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  "Китап" нәшриәте балаларҙы һөйөндөрөргә ашыға.
Иҙрис Ноғмановтың "Аждаһа эҙенән" исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе. Был баҫмала китапҡа исем биргән мажаралы повесть һәм тәбиғәттең, әйләнә-тирәләге бар тереклектең һәр һулышын тойоп, уның мөғжизәле йәшәйешен сағылдырған һунарсы яҙмалары тупланған.

Тәбиғәттең асылмаған, йәшерен серҙәре тураһында белергә, йәнлектәрҙең тормошо менән яҡындан танышырға һәм зирәк, ҡыҙыҡһыныусан, ҡурҡыу белмәҫ балалар менән бергә тәбиғәттә йөрөп, яңы тәьҫораттар кисерергә
теләйһегеҙ икән, тап ошо баҫма һеҙҙең юлдашығыҙ булыр.

"Аждаһа эҙенән" китабы нәшриәт магазинында һеҙҙе көтә. Сайт аша заказ биреп алдырырға мөмкин.
10.08.2021

Возврат к списку