"Медиайыйын" 2022

"Торатау" Конгресс-Холлында әлеге мәлдә матбуғат сараларының форумы - "Медиайыйын" бара. Журналистиканың киләсәге һәм ғөмүмән, мәғлүмәтте дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында алып барып еткереүгә айырым иғтибар биреү, бөгөнгө көндә журналистика өлкәһендә актуаль булған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре ҡарау, эшлекле осрашыуҙар ойошторолдо.

Был матур сарала Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан"Китап" нәшриәтенән дә вәкилдәр ҡатнаша. Фойела республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт сараларының күргәҙмәһе ойошторолған. Беҙҙең нәшриәт үҙ тормошон халыҡҡа мәғлүмәт еткереү һәм журналистика менән бәйләгән һүҙ оҫталарын таныштырыу маҡсатында үҙенең өр-яңы һәм популяр баҫмаларынан торған бай китап күргәҙмәһе менән килде "Медиайыйын"ға.
07.06.2022

Возврат к списку