"Миҙгелдәр аша"

Яҙғы үлән... Белмәй әле
Көҙҙөң барын,
Үҙәк өҙгән әсе елен,
Ямғыр зарын...

Йомабикә Ильясованың ижады фекер тығыҙлығы, хис-тойғолар гаммаһы, тасуири биҙәктәр уйнауы, төҫ-моңдар төрлөлөгө һәм асыҡ, тапҡыр һүҙ-фразаларға ҡоролошо менән отошло. Әҙибә үҙ ижадында тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тойғоларын йыйнаҡ, әммә иҫ киткес сағыу  итеп әйтеп бирә. Был йыйынтыҡҡа, нигеҙҙә, шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре тупланды.
28.04.2022

Возврат к списку