Милли кейем көнө

Милли кейем... Борондан, ата-бабаларҙан быуындан быуынға күсеп килгән мираҫ өлгөләренең береһе. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәү рәүешен сағылдырған, рухын, ғорурлығын уятҡан изге ҡомартҡы.

Башҡорт милли кейемендәге ир-егеттәр сая, батыр һәм ғорур, ә ҡатын-ҡыҙ тағы ла нәфисерәк, һомғолораҡ, нәзәкәтлерәк һәм һылыуыраҡ булып китә. Күҙҙәрендә милли рух сағыла. Онотолғансы оҙаҡ һоҡланып ҡарап торорға була.

Милли кейем көнө менән, дуҫтар!!!
10.09.2021

Возврат к списку