Милли китапханала - "Библиотөн"
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала "Библиотөн - 2022" булды. Бөтә Рәсәй күләмендәге йыл һайын уҙғарылған был сара быйылғы йылда Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған.
Библиотөнгә килеүселәр араһында яңы ғына теле асыла башлаған бәләкәс балаларҙан алып, әҙәбиәттән ғүмер буйы айырылмаған китап уҡыусылар ҙа бар.
Бында төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре, квестар, балалар өсөн уйындар, ҡул эштәре өлгөләренән күргәҙмә-йәрминкәләр үткәрелде, ҡурай, мандолина, думбыра, ҡумыҙ һ.б. музыкаль уйын ҡоралдарында башҡорт халыҡ көйҙәре яңғыраны һәм йырҙар йырланды.
Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәева бәләкәстәрҙе әкиәткә ҡунаҡҡа саҡырҙы, башҡорт халыҡ ижады гәүһәрҙәренән ауыҙ иттерҙе. "Ауыҙ асып тыңланы" тигән ҡанатлы һүҙҙең ысын мәғәнәһе күренде ошо мәлдәрҙә.

28.05.2022