Милли китапханала Науруз байрамы

Науруз - ЮНЕСКО тарафынан кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы тип танылған байрам. Ул яҙын көн менән төн тигеҙләшкән көндә билдәләнә. Науруз - иран һәм төрки халыҡтарында астрономик ҡояш календары буйынса яҙ килеүен белдергән байрам. Ул төрлө милләт халҡы вәкилдәрен берләштергән яҡты һәм сағыу сара.
Республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында ошо матур байрам үткәрелде. Моңло ҡурай, дәртле йырҙар, илһамландырғыс шиғырҙар килгән ҡунаҡтарҙы үҙе менән йәшел хәтфә болонға, аллы-гөллө сәскәле туғайға, һайрар ҡошло аҡланға әйҙәп, яңырыуға, арытылған ҡышҡы йоҡонан уянырға һәм аяҙ көндөң матурлығына шатланырға саҡырҙы. Ошонда булған һәр кемдең йөҙөнән алсаҡлыҡ, хуш күңеллелек, йылы бөркөлөп торҙо. Китапхана хеҙмәткәрҙәренең ҡунаҡсыллығынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең бында ҡәҙере барлығын күрҙек. Байрамға килеүселәрҙең беҙҙең баҫмаларға ҡарата иғтибарлы икәнен, яңы нәшер ителгәндәре тураһында хәбәрҙар булыуын ишетеү оло шатлыҡ булды.

В Национальной библиотеке имени Ахметзаки Валиди провели праздник весны - Навруз.
Издательство "Китап" имени Зайнаб Биишевой с радостью приняло приглашение и участовало в этом мероприятии, организовав выставку-продажу своей продукции.
22.03.2022

Возврат к списку