Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап...

Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.

Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.

Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.

Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң-иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем, һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!

Рәми Ғарипов.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Йырҙарыма ҡайтам" тип исемләнгән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы нәшер ителде.

Рәхим итеп алып уҡығыҙ, дуҫтар!
22.07.2022

Возврат к списку