“Мин йылмайып бағам донъяларға, донъя баҡһын өсөн йылмайып...”

  Март – тыуған көндәргә, байрамдарға һәм иҫтәлекле даталарға бай ай. Бөгөн Башҡортостандың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева үҙенең 73-сө яҙын ҡаршылай. Ошо уңай менән әҙибәне ихлас ҡотлап, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән түбәндәге шиғри йыйынтыҡтарҙы  тәҡдим итәбеҙ:

  “Мәңгелек сәфәр”

  Автор был китабында донъя төҙөлөшөнә  “Урал  батыр” эпосы  образдары аша күҙ һала, тәү тормошобоҙ төпкөлдәренә ҡараш ташлай, физик һәм рухи ҡанундар серенә төшөндөрә, һәр кешенең, тормошобоҙҙа ниндәй ваҡиғалар булып ятыуына ҡарамаҫтан, үҙ иғтибарын шатлыҡҡа һәм бәхеткә йүнәлтә  алыуын, кеше асылының, уның күктәрҙән бирелгән ысын асылының яҡшылыҡҡа ҡоролоуын раҫлай, һәр кемдең бәхетле булыу өсөн йәшәгәнен иҫбатлай.

  “Осорҙан осорға”

  Таңһылыу Фаяз ҡыҙының был китабында һуңғы йылдарҙа яҙылған  яңы әҫәрҙәренән торған  тематик шиғыр циклдары тупланған.  Шағирәнең шиғырҙары яҙғы ҡояштай күңелдәрҙе иретерлек, донъяға йылмайып бағырлыҡ сихри көскә эйә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыһын уйҙарға ла һала.

  Уның ижады шулай уҡ билдәле композиторҙар һәм башҡарыусыларҙың йырҙары аша беҙгә  яҡшы таныш.
03.03.2021

Возврат к списку