"Минең антологиям" - "Моя антология"

Талантлы шағир Рәми Ғариповтың был баҫмаһына авторҙың тәржемәһендә донъя шиғриәте өлгөләре һәм Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары тупланған. "Минең антологиям" - халыҡтар дуҫлығы китабы.

Типмә инде, һантый йөрәк!
Бәхет йөрөй ул ситтәрәк,
Тик фәҡирҙе йәлләү кәрәк,
Типмә улай, һантый йөрәк!

Айҙың һары сихырынан
Сайҡалыша тал да тирәк.
Һаҡла, Лалым, ай нурынан,
Пәрәнжәңде яп тиҙерәк,
Типмә, типмә, һантый йөрәк!

Беҙ ҡайһы саҡ хәс тә бала:
Көлөшәбеҙ йыш бигерәк.
Яҙған беҙгә был донъяла
Илашыуҙар тик күберәк,
Ҡуй, типмәсе, һантый йөрәк!

Сергей Есенин. "Фарсы моңдары".
Рәми Ғарипов тәржемәһе.

В сборник талантливого поэта Рами Гарипова "Моя антология" вошли образцы мировой поэзии, рубаи Омара Хаяма в переводе автора.
15.08.2022

Возврат к списку