Моңло ижад эйәһе

  Бөгөн күренекле шағирә, талантлы журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Баязит Бикбай исемендәге һәм башҡа күп премиялар лауреаты, йыр текстары авторы Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең 70 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

  Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының күпселек шиғырҙары үҙенсәлекле лиризмы, халыҡсан теле менән айырылып тора. Уның тиҫтәләгән шиғырына көйҙәр яҙылған. Бигерәк тә әҙиптең танылған композитор Салауат Низаметдинов менән ижади дуҫлығы емешле булды: был ике талант эйәһенең йырҙары ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яуланы, күп популяр артистарҙың репертуарында ныҡлы урын алды, радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағирәнең 2020 йыл Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата “Һуғыш балалары һөйләй” исемле китабы донъя күрҙе һәм ул тиҙ арала китап уҡыусылар тарафынан һатып алынып бөттө.
Бөгөн иғтибарығыҙға Зөһрә Ҡотлогилдинаның “ Ялан сәскәләре” исемле шиғри йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ.

Шағирәнең был китабына әсә, бала, мөхәббәт, тормош хаҡындағы лирик һәм фәлсәфәүи шиғырҙары, йырҙары, поэмалары ингән һәм уны нәшриәттең магазиндарынан, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
20.08.2021

Возврат к списку