Моңло ижад эйәһе


Кисә күренекле шағир, драматург һәм журналист, Салауат Юлаев  исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, тиҫтәләгән китап авторы Салауат Әбүзәр үҙенең 55 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Әҙиптең ижады - айырым бер ҡояшлы донъя. Матбуғат биттәрендә уның әҫәрҙәрен уҡыусыларҙың  түҙемһеҙлек менән көтөп алыуы барыбыҙға ла билдәле.

Бөгөн һеҙгә  Салауат Нәзир улының  нәшриәтебеҙҙә донъя күргән аудиойыйынтығын тәҡдим итәбеҙ. "Мөхәббәт баҡсаһы" тип атала, унда авторҙың сәхнә әҫәрҙәре тупланған.

Салауат Әбүзәрҙең һутлы тел, сағыу образдар менән туҡылған әҫәрҙәре  күңел елкәндәренә өргән ел кеүек ҡағыла: берсә наҙлап ҡына һыйпап үтә, берсә ғәйрәтле дауылдарға әйләнеп, моң даръяһына ташлай.

Йыйынтыҡ буйынса  нәшриәт магазиндарына, шулай уҡ kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

30.01.2022

Возврат к списку