Музейҙарға сәйәхәт

Әҙәбиәт һөйөүселәр, беҙҙең дуҫтарыбыҙ!
Һеҙгә бөгөн Фәнис Янышевтың "Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары" исемле баҫмаһын тәҡдим итәбеҙ. Был китапта һеҙ С. Юлаев, М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Өмөтбаев, А. Мөбәрәков, М. Кәрим, З. Биишева, Р. Ғарипов, Һ. Дәүләтшина, С. Аксаков, Ә. Атнабаев һәм башҡа үҙ иңдәренә ил һәм халыҡ яҙмышын алып, заманға зарланмай үҙ осороноң фекере һәм ғәмәлдәре менән күпкә алға атлаған шәхестәрҙең музейҙарының ойошторолоу тарихы хаҡында кәрәкле мәғлүмәттәр белерһегеҙ, ошо шәхестәрҙең ижад осоронда электән билдәле ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөрһөгөҙ, ә бығаса белмәгәндәре асыш булыр. Авторҙың архив материалдарына таянып бәйән ителгәндәре әҙәби әҫәр кеүек уҡыла: Фәнис Янышевтың артынан "эйәреп йөрөп" музейҙар буйлап сәйәхәт итеү ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә.
Төҫлө фоторәсемдәрҙә музейҙарҙың бер ни тиклем эске күренеше бирелгән. Шулар менән танышҡас, уларҙың үҙен барып күреү уйы тыуа. Һәр бер музей тураһында рус һәм инглиз телдәрендә лә әйтелгән.
Мәғлүмәтле һәм файҙалы баҫма һеҙгә ағымдағы йылда ҡайҙалыр барырға планлаштырыу өсөн үҙенә күрә бер йүнәлеш булып торор.
05.02.2022

Возврат к списку