Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен үҫтереүгә әсбап

Эльза Ҡасимова, Илмира Ғәйнуллина, Айһылыу Заһитованың логопедтар, тәрбиәселәр, башланғыс класс уҡытыусылары, педагогия вуздары студенттары һәм телмәр кәмселектәре булған балаларҙың ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән "Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен үҫтереү буйынса эш дәфтәре" баҫылып сыҡты. Ҡулланмала төрлө йәштәге балаларҙың телдәрен шымартыу, дөйөм аң-белемен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу йәһәтенән [ш], [ж], [ч], [щ] өндәренең логопедия күҙлегенән дөрөҫ әйтелешен формалаштырыусы ҡыҙыҡлы материалдар тупланған.

Баҫма "Китап" магазинында.
08.08.2022

Возврат к списку