Яҙыусы Ноғман Мусинға 90 йәш

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусинға 90 йәш.

Ноғман ағайҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!! Алдағы көндәрҙә ҡорос ныҡлығы, илһам шишмәһенең бай, мул булып ҡалыуын теләйбеҙ!!!

Ижадында тәбиғәткә һөйөү уятып, тетрәндереп, уйландырып, Ер-Әсәбеҙгә һаҡсыл ҡарашта булырға өндәгән олпат әҙиптең оло юбилейы.
Уның бөгөнгө байрамы - беҙҙең өсөн ифрат ҙур ҡыуаныс!

Ошондай бөйөк замандашыбыҙ менән бер осорҙа йәшәү, бер һауаны һулау, бер ҡояшҡа һөйөнөү, бер һуҡмаҡтан атлау бәхете бирелгән беҙгә!  Иң мөһиме: мөкиббән китеп, ижад емештәре менән тәүгеләрҙән булып таныша алабыҙ.
17.07.2021

Возврат к списку