Оҙаҡламай! Өр-яңы китап!

Йәй – отпуск һәм ялдар мәле. Тап ошо миҙгел кешене яратҡан шөғөлө менән яҡынайта, үҙ өҫтөңдә эшләү, рухи яҡтан ял итеү мөмкинлеген бирә.

Беҙҙең халыҡтың, бигерәк тә ауыл кешеһенең, йәй көнө яратҡан шөғөлөнә ваҡыт табыуы бик икеле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уҡырға яратабыҙ һәм саҡ ҡына ял минуттары эләктеме, башҡорт баҫмаларын ҡулыбыҙға алабыҙ. Ябай тормошто һүрәтләгән хикәйә-повестарҙы уҡып барырға тырышабыҙ, үҙебеҙгә фәһем алабыҙ, һығымталар яһайбыҙ...

Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, прозаик Әмир Әминевтең яңы китабы – “Хикәйәләр” исемле йыйынтығы донъя күрәсәк.

Был баҫмала автор геройҙарының характерын, уларҙың эске донъяһын асып, ғаилә тормошо, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр; дөйөм эш, милләт, халыҡ, намыҫ төшөнсәләренә, ижадҡа ҡараш һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреп сыға һәм сағыу итеп бирә. Уларҙың барыһының да мәңгелек ҡиммәттәр булып ҡалыуын уҡыусыларына еткерергә тырыша.

Китап алдағы көндәрҙә баҫыла һәм һатыуға сығасаҡ. Был хаҡта тиҙҙән хәбәр итербеҙ.
29.06.2021

Возврат к списку