Офоҡ яҡтыһы...

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте  татар телендә “Офоҡ яҡтыһы”( Офык яктысы) исемле баҫма тәҡдим итә.

  Рәсим Шәфи-Рәхмәт, Фатих Сайфран, Зәйфә Сәлихова, Руслан Сөләймәновтаҙың ижадтарынан торған әлеге йыйынтыҡҡа төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр тупланды. Ғәзиз тыуған яҡ, шәхес яҙмышы, намыҫ һәм выждан, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ хаҡында уйландыра, уҡыусы күңелендә мөхәббәт хисе уята был баҫма.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан шулай уҡ сайт аша һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
03.02.2022

Возврат к списку