Олиә Ғиләжетдиноваға – Рәсәй наградаһы

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррир урынбаҫары Ғиләжетдинова Олиә Әнәс ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

  Олиә Әнәс ҡыҙы – ғүмерен әҙәбиәткә, әҙәби баҫмаларға бағышлаған тынғыһыҙ, уңған , шул уҡ ваҡытта алыштырғыһыҙ белгес. Нәшриәттә донъя күргән һәр китапта уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

  Коллегабыҙҙы ҙур уңышы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
11.03.2021

Возврат к списку