«Оло Эйек буйында» донъя күрҙе

  Мәктәп йылдарында беҙҙең быуын  халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһын  уҡып үҫте.  Өс  китаптан торған  «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш » романдарын ҡат-ҡат уҡыуҙарыбыҙ әле лә хәтерҙә.

  Яҙыусының ижадына битараф булмаусылар өсөн  һәйбәт яңылыҡ – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә  күптәрҙең һорауы буйынса трилогия яңынан  баҫылыу өҫтөндә. Үткән йыл «Кәмһетелгәндәр» сыҡһа, ошо көндәрҙә «Оло Эйек буйында» китабы донъя күрҙе.

  «Оло Эйек буйында» әҫәрендә Граждандар һуғышы һәм шул осорҙа ауылдарҙағы  синфи көрәш һүрәтләнә.

  Шулай уҡ уҙған быуат башындағы ябай ауыл халҡының тормошо, уларҙың кисереш-ғазаптары, төп героиня Емештең яҙмышын китап уҡыусыларға автор ентекле итеп еткерә алған. Унда барған хәл-ваҡиғалар бөгөнгө китап һөйөүселәрҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.

  Баҫманы беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
29.09.2020

Возврат к списку