Ололар көнө менән!

  Алтын көҙ…  Ғүмер көҙө ул бихисап матурлыҡ, бай  мәғәнәгә  тулы, сөнки кеше был мәлдә сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә; уңыштарын барлап, тормош  тәжрибәһен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле осоро һәм ул шуның менән бәхетле.

  Ошо иҫтәлекле дата менән ер йөҙөндәге барлыҡ өләсәй-олатайҙарҙы, инәй-бабайҙарҙы  ысын күңелдән ихлас тәбрикләйбеҙ.  Алдағы көндәрҙә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын.

  Йылдар үтә тиеп борсолмағыҙ —
  Йылдар үтеү бер ни түгел ул.
  Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү —
  Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул.
01.10.2020

Возврат к списку