Онотолмаҫ мәктәп йылдары!!!

Оҙаҡламай һуңғы ҡыңғырау байрамы етә. Ҡайһы бер уҡыусылар өсөн ул көн оло тормош юлына аяҡ баҫыуға бер баҫҡыс булып тора. Мәктәп йылдары тураһындағы хәтирәләргә ҡушып сығарылыш кисәһе сағыу булып иҫтә ҡалһын тиһәгеҙ, ошо байрамды үҙенсәлекле итеү тураһында уйларға кәрәк.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинында бының өсөн кәрәкле әйберҙәр тәҡдим ителә.

Плакаттар, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләкләү бланкылары,  асылмалар, сығарылыш уҡыусыһы таҫмалары, бәләкәй ҡыңғырауҙар, сығарылыш кисәһенә саҡырыу ҡағыҙҙары, гирляндаларҙы алып өлгөрөгөҙ.

Балалар баҡсаһы менән хушлашҡан кескәйҙәр өсөн дипломдар,  плакаттар, өлгәш тураһында табелдәр, матур һәм йәнле китаптар тап  һеҙҙе көтә.
20.05.2021

Возврат к списку