Онотолмаҫ шәхес

Башҡортостан телевидениеһы һәм "Юлдаш" радиоһы тапшырыуҙарының алып барыусыһы Әхәт Мотаһар улы Мортазин тамашасылар, радио тыңлаусылар хәтерендә бай телмәрле, оло йөрәкле, рухлы, ысын мәғәнәһендә ил улы булараҡ уйылып ҡалған. Уның уникаль, ҡабатланмаҫ тауышы танылып тора.

"Ашҡына ғүмер" тип  аталған баҫма Әхәт Мортазин менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә. Уның шәхесенә, ижадына, тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.
Замандашыбыҙҙың ялҡынлы ғүмер юлындағы ижад емештәре, уйланыуҙары, фекерҙәре; үҙе иҫән сағында уның хаҡында матбуғат биттәрендә баҫылған мәҡәләләр; туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәренең иҫтәлектәре һәр уҡыусының йөрәгенә барып етер.
13.03.2022

Возврат к списку