Осрашыуға рәхим итегеҙ!

  3 декабрь 12:30 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы  Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында йәш яҙыусы, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үткәрә. “Ҡалдырма, әсәй!” тип аталған әҙәби сәғәт “Пушкин картаһы” Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.

  Сарала квест-викторина, һүрәттәр буйынса конкурс, автограф алыу, яҙыусы менән фотосессия, Мәжит  Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры актеры Артур Кәбировтың сығышы көтөлә.

  Осрашыуҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте тарафынан авторҙың китаптарын һатыу - күргәҙмә лә ойошторола.
01.12.2021

Возврат к списку