Отпуск ялын – әҙәби әҫәрҙәр менән

  Ниһайәт, көтөп алған йәй айҙары, отпуск мәлдәре етте. Ялын, әлбиттә, һәр кем үҙенсә, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Нәшриәтебеҙ магазиндарына килгән һатып алыусыларҙың артыуына ҡарағанда, тап ошо йәйге осорҙа күптәр китап уҡырға тырышҡаны күренә. Уҡыусыларыбыҙ фекеренсә, ҡағыҙ баҫмаларҙы, әҙәби әҫәрҙәрҙе бер ниндәй ҙә интернет һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары  алмаштыра алмай.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте үҙенең тоғро дуҫтарына проза әҫәрҙәренән торған түбәндәге популяр авторҙарҙың ижадтарын тәҡдим итә.

  Уларҙың һәр береһендә элекке һәм бөгөнгө заман геройҙарының тормошо, сетерекле яҙмышы, йәшәйеше, донъяға ҡарашы, тормош ауырлыҡтары алдында һыналыуҙары, берәүҙәренең уңыуы, икенселәренең туңыуы һәм башҡа хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Үлем һәм тыуым, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшы һәм яман; ярлы һәм бай булыу, ихтыяр көсөнә эйә булыу һәм нәфсене теҙгенләй алмау кеүек сифаттар һәр бер әҫәрҙең геройҙарының холҡонда сиратлашып килә. Һәр автор әҫәрҙәрендә уҡыусыһына фәһем алырлыҡ ваҡиғаларҙы, геройҙарҙың холоҡ-ҡылыҡтарын асып бирә алған. Фәһемле, уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы был китаптар күптәрҙе битараф ҡалдырмаҫ. Уларҙы нәшриәтебеҙҙең магазиндарынан, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
09.06.2021

Возврат к списку