Популяр яҙыусынан – популяр әҫәрҙәр

  Татар телендә ижад иткән, үҙенең тормошсан, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс әҫәрҙәре менән тиҙ арала уҡыусылар күңеленә үтеп ингән  яҙыусы Зифа Ҡадырова күптәргә яҡшы таныш.

  Яҙыусының әҫәрҙәре мөхәббәт хисен ҡәҙерләп  һаҡларға саҡыра, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Геройҙарҙың дауыллы-буранлы  яҙмыштары, шатлыҡ-һөйөнөстәре, тормош хаталары уҡыусыны уйҙарға ла һала, һөйөндөрә лә, көйөндөрә лә. Улар менән көтөлмәгән ваҡиғалар ҡосағында ҡайнайһың, ярһыу хис-тойғолар тулҡынында тибрәләһең . Әрнеү-шатлыҡтар, йән тетрәндергес  кисерештәр менән киләсәккә  өмөт, кешеләрҙең йәшәү рәүеше, теге йәки был эш ғәмәлдәрен тормошсан итеп кәүҙәләндерә. Башҡалар хаталары уҡыусыларға ғибрәт булһын, тигән теләк менән уҡыусыларға хикәйә һәм повестарын тәҡдим итә.

  Автор геройҙарындағы ыңғай һәм кире образдарҙы – һәр береһенең эске донъяһын асырға тырыша. Кире образдарҙы тыуҙырыу менән бергә уларҙың ни сәбәпле шулай килеп сығыуын да уҡыусыға асыҡ итеп тасуирлай.

  Яҙыусы әҫәрҙәрендәге барлыҡ  геройҙарының яҙмыштарына   уҡыусыларҙы  шундай  еңел һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡтырып алып инә, башлағанды уҡып бөтөрмәйенсә китапты хатта ҡулдан төшөрөү мөмкин түгел.

  Зифа Ҡадырованың «Яраларың менән яратырмын»,  «Һинһеҙ килгән яҙҙар» , «Яҙмыш һынауы» «Һағынырһың –  мин булмам», рус телендә  сыҡҡан   «Сөмбөл»,«Бәхеткә юл ҡайҙан?» китаптарын Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
16.12.2020

Возврат к списку