Презентацияға килегеҙ!

Бөгөн сәғәт 4-тә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана алдында (Ленин урамы, 4-се йорт) "365 көн уҡы" тигән исем аҫтында китап фестивале була.

Бында беҙҙең өр-яңы өс баҫманың презентацияһы уҙа.

Венер Исхаҡовтың "Шәп күстәнәс" исемле юмористик хикәйәләр йыйынтығы,

Елена Чумакованың рус телендә нәшер ителгән "Там, где поют соловьи" ("Һандуғастар һайраған ерҙә" китабы һәм

Әғләм Шәриповтың "Солоҡсолоҡ  һәм башҡа халыҡ кәсептәре" тигән баҫмаһы әҙәбиәт һөйөүселәргә тәҡдим ителә.

Рәхим итегеҙ!!!
15.09.2022

Возврат к списку